Төркиәлә Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә сығарылған китаптың исем туйы үтте

Тулыраҡ: Төркиәлә Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә сығарылған китаптың исем туйы үтте

Башҡортостандың Истамбулдағы вәкиллегендә күренекле совет дипломаты, легендар шәхес, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә сығарылған китаптың исем туйы үтте. Сарала федераль һәм республика хөкүмәт вәкилдәре, яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре, Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Башҡортостандан ҡунаҡтар ҡатнашты. 2021 йылда Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны араһында дипломатик мөнәсәббәттәр булдырылыуҙың 95 йыллығы билдәләнә. «Тормош йылъяҙмаһы» китабының исем туйы - ике яҡлы бәйләнеште нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, тип белдерҙе ҡатнашыусылар.