Сиркәү тәғлимәтенә ярашлы, постың төп мәғәнәһе, тәү сиратта, тәүбәгә килеүгә ҡайтып ҡала. Быйыл Пасха 2 май көнөнә тура килә.Посты бөтә христиандар ҙа тоторға тейеш. Сиркәү 7 йәшкә тиклемге балаларға, йөклө һәм имеҙгән ҡатындарға, шулай уҡ төрлө сирҙәр менән яфаланған кешеләргә генә постан тыйылырға рөхсәт итә.
Бөйөк пост 1-се майға тиклем дауам итә. Православие динен үҙ итеүселәр 7 аҙна дауамында үҙҙәренең изге ғәмәлдәрен сиркәүгә килеп, шәмдәр яндырып, ғибәҙәт ҡылып нығыта ала