Ҡоймаҡ аҙнаһы, йәғни Масленица үтте

Тулыраҡ: Ҡоймаҡ аҙнаһы, йәғни Масленица үтте

Иң татлы байрамдарҙың береһе – Ҡоймаҡ аҙнаһы, йәғни Масленица үтте. Байрам Бөйөк пост алдынан, Пасхаға тиклем ете аҙна ҡалғас, ете көн дауамында билдәләнә. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолалары Өфөнөң барлыҡ райондарында ла уҙҙы. Яңы ғына бешеп сыҡҡан эҫе ҡоймаҡ һәм ҡайнар сәй. Боҙло һыуҙан һуң был татлы ризыҡ бигерәк тә йылынырға ярҙам итә. Өфө морждары яҙҙы үҙенсәлекле итеп ҡаршы ала. Уйындар урынына — мәкелә һыу инеү һәм көнсығыш бейеүҙәре. Морждар мәкегә берәм-берәм сумып сыҡты. Ҡышҡы йөҙөү ярыштарының әүҙем ҡатнашыусыһы – Сергей Мальцев ҡына сәғәт буйына һыуҙан сыҡманы. Ҡоймаҡ байрамын сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәп уҙғарыу — Өфө морждарының күптәнге йолаһы. Ағиҙел буйы ла йыр-моңға сорналды. Ҡоймаҡ менән шешлек еҫенә халыҡ күпләп йыйылған. Коопертив яланында йәшәүселәр сараны үҙ көстәре менән ойошторҙо. Район хакимите кәрәкле техника һәм ҡорамалдар менән ярҙам иткән. Оҫталар йәрминкәһе, концерт номерҙары һәм ярыштар. Теләгән һәр кем үҙ һәләтен күрһәтә алды. Иң мөһиме ҡоймаҡ ҡойорға өйрәнергә лә мөмкин ине. Байрам балаларҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Аттар менән санала йөрөп ҡарарға сират йыйылғайны. Ә тимер аттар янына үҫмер егеттәр ашыҡты. Өфөлә йәшәүсе Максим Федоров мотоциклдар коллекцияһын алып килеп ҡуйғайны. Бигерәк тә, хәрби техника иғтибар үҙәгендә. Хатта металлолмдан алынған 48-сы йылғы “ИЖ”да тергеҙелгән. Ә һаламдан эшләнгән ҡарасҡы – ҡыш символы. Уны яндырыу яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙы аңлата. Славян халҡының борондан килгән йолаһы бөтә милләт вәкилдәрен берләштерә. Яҙҙы ҡаршы алған был байрам күптән инде дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек байрамына әүерелгән.