“Салауат”-ҡупшы кейемдәр ательеһы

Тулыраҡ: “Салауат”-ҡупшы кейемдәр ательеһы

Халҡыбыҙҙың милли биҙәктәре менән тегелгән ҡатын-ҡыҙҙар пальтоһы, бүректәр һәм башҡа кейемдәр. “Салауат” ательеһында тегелгән ҡупшы кейемдәрҙе республикабыҙ ғына түгел, хатта Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да теләп һатып алалар. Йылдар үтеү менән мода нисек кенә үҙгәрһә лә, күндән һәм тиренән тегелгән зауыҡлы өҫ кейеменә мода оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ, ти белгестәр. Хәҙерге заманда күн һәм тиренән тегелгән өҫ кейемен төрлө сауҙа нөктәләренән һайлап йөрөп алырға мөмкин әлбиттә. Әммә тик үҙегеҙгә генә атап тегелгәнен, биҙәлгәнен табырға теләһәгеҙ Өфө ҡалаһында урынлашҡан „Салауат„ ательеһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ателье 1967-се йылдан бирле зауыҡ менән кейенергә яратыусыларҙы хеҙмәтләндерә. Виктор Бурый бында 30 йылдан ашыу тир түгә. Оҫта автомобиль креслолары тышлыҡтарынан алып, милли баш кейемдәренә тиклем тегә. Сит илдән килеүсе сәйәхәтселәргә лә бында бүләкте һайлап алыу мөмкинлеге бар. Бигерәк тә ҡунаҡтар милли баш кейемдәрен үҙ итә икән. Тап ваҡ деталдәрҙә зауыҡлы әйберҙәрҙең бар сере һаҡланған да инде, ти оҫталар. Тәбиғи күн менән эшләү айырыуса таҫыллыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Йәне теләгән, йылан итен ашаған, тиҙәр халыҡта. Пальто, жилет, баш кейеме, пиджак, куртка, тундарҙың ниндәйе генә юҡ ... Һәр бер заказ биреүсенең шәхси үҙенсәлектәре лә күҙ уңында тотолоп эш ителә. Иң талымлы ханымдарҙың да теләктәрен бойомға ашыра оҫталар. Әле „Салауат„ ательеһы рәссамдары яңы коллекция өҫтөндә эшләй. Уны апрелдә уҙасаҡ еңел сәнәғәт форумында күрергә мөмкин. Үҙенсәлекле кейемдәр Өфө ҡалаһы, Черышевский урамындағы, 105-се йортта һатыла. Ателье көн һайын ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ эшләй.