Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе сәбәпле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкән һәм хроник сирле кешеләргә 10 марттан 25-нә тиклем мотлаҡ үҙизоляция режимы һаҡлана. Премьер-Лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчтарын, Континенталь хоккей лигаһы һәм һөнәри спорт командаларының Рәсәй чемпионаты сиктәрендәге ярыштарҙы, башҡа төрлө спорт сараларын тамашасылар өсөн сикләүһеҙ әммә ҡәтғи санитар талаптарҙы үтәп ойошторорға рөхсәт ителә. Ошо уҡ шарттарҙа кинотеатр, концерт-театр берләшмәләре, мәҙәниәт йорто кеүек башҡа обьекттар тамашалар залын сикләүһеҙ тултырып эшләй ала. Мәктәп ашханаларының һыйҙырышы иһә 85 проценттан ашмаҫҡа тейеш. Үткән тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йәнә ике кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Был мәғлүмәтте стопкоронавирус.рф рәсми сайты тапшыра. Пандемия башынан төбәктә коронавирус сиренән 319 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. 30700 кешелә сир асыҡланған, шуларҙың 125-е үткән тәүлек эсендә. Ошо арауыҡта 25 меңгә яҡын кеше уңышлы һауығыуға өлгәшкән. Рәсәй буйынса пандемия осоронда 4 миллион 400 меңдән ашыу кеше сир йоҡторған, шуларҙың 93 меңе һәләк булған. 443 сирленең ғүмере һуңғы тәүлектә өҙөлгән.
Юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде
Тулыраҡ: Юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде