Ковид 19 сигенергә уйламай

Тулыраҡ: Ковид 19 сигенергә уйламай

Һуңғы тәүлектә генә Өфөлә 45 осраҡ теркәлгән. Пандемия башланғандан алып, 2 миллион 600 меңдән ашыу тест эшләнгән. Пневмония һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция осраҡтары кәмеүгә бара. Көн тәртибендә — юлдар торошо. Юлдағы соҡорҙар хәүефһеҙлеккә генә янамай, а ҡалалағы транспорт хәрәкәтенә лә тотҡарлыҡтар яһай. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре юлдарҙың хәүефле участкаларында соҡорҙарҙы ямау буйынса эште 15 февралдән үк башлаған. Әлеге көнгә тиклем баш ҡала урамдарын ремонтлауға 35 тонна бетонлы асфальт киткән. Ҡаланың төп урамдары менән бер рәттән, ихата алдарындағы юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Башҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов юлдағы соҡорҙарға ҡаршы көрәштә “Өфө ҡалаһының интерактив картаһы” сервисының әһәмиәтен юғары баһаланы һәм алдағы эш миҙгеленә ҡала хеҙмәттәре алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы барланы. Инцидент-менеджмент системаһына Нуғай ҡасабаһы янында тимер юлы аша сыға торған ерҙә үткәүел төҙөү үтенесе менән дә бик күп мөрәжәғәттәр килә. Тимер юлы аша тәүлегенә 50 мәңдән ашыу автомобиль үтә. Ә Нуғай ҡасабаһы йылдан-йыл ҙурая ғына. 2020 йылда муниципаль контракт сиктәрендә проект документацияһы әҙерләнгән. Ул Башҡортостандың дәүләт экспертизаһы идаралығы тарафынан хуплау тапты. Проект ике этап буйынса бойомға ашырыласаҡ. Башта Урал М5 юлындағы үткәүелдән алып Нуғай шоссеһына тиклемге юл, шул иҫәптән 4 һыҙатлы юл үткәргес төҙөү. Икенсе этап Нуғай шоссеһынан алып Парковая һәм Рощинская урамдары киҫелешенә тиклемге юлды реконструкциялау. 4 һыҙатлы юлдың дөйөм оҙонлоғо 2 саҡырымға етә. Көн тәртибенә сығарылған сираттағы мәсьәлә–дөйөм диспансеризация. 2021 йылға 940 меңгә яҡын кешенең сәләмәтлеген тикшереү ҡарала. Һуңғы ике ай эсендә 100 меңдән ашыу кеше медицина күҙәтеүен үткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса 5 мең 513 ауырыу осрағы асыҡланған. Кәңәшмәлә балаларҙың яҙғы һәм йәйге ялы ла тикшерелде. Был сараларға әҙерлек үткән йылдың сентябрендә үк башланған. Быйыл 271 ял ойошмаһы балалар өсөн үҙ ишектәрен асырға ниәтләй. Коронавирус менән бәйле хәл арҡаһында балалар һаны ғәҙәттәгенән 50 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә. Миҙгелде хәүефһеҙ үткәреп ебәреү өсөн ҡала хеҙмәттәре тарафынан бихисап эш башҡарыла. Ташҡынға ҡаршы штабтар, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары, тейешле техника күптән әҙер.