Өфөлә йәшәүселәр ҡарҙың таҙартылмауы, биләмәләрҙе тәртипкә килтермәү менән ҡәнәғәт түгел. Халыҡтың мөрәжәғәттәрен өйрәнгәндән һуң баш ҡала хакимиәтенең бүлек етәксеһе Алина Бикбулатова ошо турала белдерҙе. Был ысынбарлыҡҡа тура киләме? Баш ҡаланың тап үҙәге. Был урындан хатта республика хөкүмәтенә лә ике-өс минутлыҡ юл. Күрәһең, юғары уҡыу йортонда уҡыған студенттарға көрттән йөрөү ялҡытҡан. Ә был Карл Маркс урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелеше. Юлдың бер өлөшө яҡшылап таҙартылмаған, автомобилдәрҙең төптәре тейеп, саҡ үтеп китә. Ошондай уҡ хәл йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән өлөшөндә.Киров районының Мөбәрәков урамында эш ҡайнай. Тракторҙар ихаталарҙы асфальтына тиклем ҡырып-таҙарта. Техникаға урам һепереүселәр ярҙам итә. Бында йәшәүселәрҙең фекерҙәре төрлөсә. Берәүҙәр ҡыш буйына ҡар яҡшылап таҙартылманы тиһә, икенселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре менән ҡәнәғәт.Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамы, 14-се йорт. Тротуарҙар ҡарҙан таҙартылмаған.Вәсил Хәкимов та быйыл ҡарҙы яҡшылап таҙартмайҙар, тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, быға тиклем махсус хеҙмәттәр эштәрен теүәл башҡарып килгән. Сипайлово биҫтәһендә ҡарҙы сығарыу менән дә мәсьәлә бар. Хәҙер яҡын тирәләге автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә ҡатмарлыҡтар тыуған.Юлдан һәм ихатанан йыйылған ҡарҙы автомобиль туҡталҡаһына алып килеп өйгәндәр. Был өйөм февраль башынан ята. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, ҡар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән урынға һалынған.Айырым йорт ихаталарында иҫке машиналар ҡарҙы таҙартыуға ҡамасаулай. Шуға күрә уларҙы күсереп ултыртырға үтенәләр. Автоһәүәҫкәрҙәр юлдарҙың тар булыуына, уларҙа колея барлыҡҡа килеүенә лә зарлана. Бындай күренеш ғәҙәттә яҙға хас. Өфөлә йыйылған ҡарҙы сығарыу мәсьәләһе лә тора. Мәҫәлән, йәмәғәтселек был биләмәгә юлдарҙағы бысраҡ ҡар килтереп ауҙарыла тип белдерә. Көндәр йылытһа ул шәхси йорттарға иреп аға башлай, тип саң ҡаға улар.Уҙған аҙнала ғына Өфө халҡынан 137 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар автомобиль юлдары һәм тротуарҙар, ихаталар, туҡталҡалар, йорттар араһы таҙартылмауына борсолоу белдергән.Өфөлә 25-се апрелдән 24-се майға тиклем шәмбе өмәләре үтәсәк. Уларҙа соҡорҙарҙы ямау, юл кәртәләрен, бордюрҙарҙы, юл ҡағиҙәһе билдәләрен буяу-яңыртыу кеүек төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Өфөлә йәшәүселәр ҡарҙың таҙартылмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә
Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүселәр ҡарҙың таҙартылмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә