Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлауға 222 миллион һум аҡса бүленә

Тулыраҡ: Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлауға 222 миллион һум аҡса бүленә

Быйыл Башҡортостанда 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд ремонтлауға 222 миллион 200 мең һум аҡса бүленә. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Быйыл шулай уҡ 742 миллион һумға республиканың 21 ҡалаһында 140 ихатаны төҙөкләндереү көтөлә. 131 йәмәғәт биләмәһендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты бойомға ашырыла. Эштәрҙе 1 сентябргә тамамлау ҡаралған.