Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына Мәскәү урбанистика үҙәге менән берлектә 24 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү, һәйкәлдәр ҡуйыу, туристик һуҡмаҡтар булдырыу ҡарала. Өфө архитекторҙары ҡаланың иң боронғо урамдарының береһе — Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау өҫтөндә уйлана. 2024 йылға бында транспорт һәм йәйәүлеләр өсөн уңайлы, ә туристарға ҡыҙыҡлы урын барлыҡҡа килергә тейеш. Репная Өфөнөң тәүге биҫтәһенән һанала. Ул 17-се быуат башында барлыҡҡа килгән. Биҫтәне ҡаланың үҙәге менән тоташтырған урам — Кесе Репной урамы тип аталған. 1919 йылда Октябрь Революцияһы урамы исемен алғанға тиклем ул Ҡазан, аҙаҡ Оло Ҡазан урамы тип йөрөтөлә һәм Өфөнөң төп урамы дәрәжәһен һаҡлай. Ҡасандыр арбалы аттар, йәйәүлеләр менән гөр килеп торған урам бер аҙ тынып ҡалған ине, хәҙер ул элеккесә ҡайнап тора.Ә был Өфөнөң иң боронғо йорттарының береһе - тау заводы хужаһы Иван Демидовтың йорто. Уның йәше 250 йылдан ашып китә. Биҙәктәре лә шул килеш һаҡланған. Йорттоң тағы ла бер тарихи әһәмиәте бар – унда ҡасандыр күренекле полководец Александр Суворов туҡтаған. Йорт имен, ә бына ҡасандыр тәрән йырын буйлап һуҙылған тимер ҡоймалар күптән юҡ. Оло Ҡазан урамында бихисап кибеттәр, банк, аптека, бәләкәй трактирҙар урынлаша. 1800-сө йылдарҙа губернаторҙың үҙе — Сергей Аксаковтың улы Григорий Аксаков был урамдың таҙалығын шәхси контролдә тота. Урамдағы 3 тиҫтәнән ашыу бина тарихи йөҙөн юғалтмаған һәм ул 2024 йылға тиклем туристик маршрутҡа инергә тейеш. Маршрут Ҡарауанһарай сауҙа үҙәгенән Спас ғибәҙәтханаһы аша Әр-Рәхим мәсетенә, артабан Ағиҙел ярына төшәсәк. Йырын урынында ҡалҡып сыҡҡан күп ҡатлы яңы йорттар һәм Өфөнөң тарихи урамын тоташтырыу, урамдарҙа ял урындары, саралар үткәреү өсөн майҙандар, туҡланыу урындарын асыу – берҙәм ансамбль булдырыуға ирешеү — архитекторҙар алдына ҡуйылған төп мәсьәлә. Бәлки Әр-Рәхим мәсетенә тиклем юл аша йәйәүлеләр күпере төҙөлөр?! Архитекторҙарға шулай уҡ Октябрь Революцияһы урамында транспорт хәрәкәтенә бәйле мәсьәләне лә хәл итәһе бар. Юлды тарайтып, тротуарҙарҙы киңәйтергә кәрәк, тип иҫәпләй улар. Әлегә теүәл проект юҡ. Ваҡыт ҡына аныҡ - 2024 йылда Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын уңайлы, төҙөк һәм тарихи архитектураға бай урам ҡаршыларға тейеш.
Октябрь революцияһы урамы төҙөкләндерелерме?
Тулыраҡ: Октябрь революцияһы урамы төҙөкләндерелерме?