Улар Әлшәй районында 8 ҡоралайҙы атып алыуҙа ғәйепләнә. Полиция бүлегенә Әбдрәшит ауылында йәшәүселәр шылтыратып мылтыҡ тауыштары ишетелеүе һәм таныш булмаған һунарсылар йөрөүө хаҡында хәбәр итә. Урынға тиҙ арала оператив төркөм юллана, улар урман битләүендә 8 ҡоралай тиреһен таба. Браконьерҙарҙы Михайловка ауылы янында тоталар. Өфөлә йәшәүсе 4 ирҙең ҡуян һәм төлкө атыуға ғына рөхсәте була. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара.
Башҡортостанда законһыҙ һунар итеүсе 4 браконьер ҡулға алынды
Тулыраҡ: Башҡортостанда законһыҙ һунар итеүсе 4 браконьер ҡулға алынды