АУАЗ тапшырыуын әҙерләүсе төркөмгә төшөнкөлөк хас түгел. Иртәнге программа яңы көнгә яҡшы кәйеф бирергә тейеш. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ тамашасыһы менән осрашыуға көнэлгәре әҙерләнә. Сираттағы программала ҡатнашыусы ҡунаҡтар саҡырылған, әлеге сәғәттә видеояҙмаларҙы монтажлауҙы тамамлайһы, сценарийға өҫтәмәләр индерәһе ҡала. Тура эфир йыйнаҡлыҡты талап итә.Күмәк эштә һәр кемдең айырым бурыстары ла, тапшырыуҙың эстәлегенә ярашлы уртаҡ йөкләмәләре лә бар. Алып барыусылар үҙҙәре үк хәбәрсе һәм рубрикалар етәксеһе. Үҙенең төрлө яҡлы ижади һәләттәре менән тамашасыға яҡшы таныш Сәлимә Исламова бөгөн йәнә бер өлкәлә мауығыу тапҡан. Өр-яңы рубриканың әле исеме раҫланмаһа ла автор уның геройҙарына бөгөндән ғашиҡ.Мөхәббәт яуаплы булһа тағы ла яҡшыраҡ. Шуға ла АУАЗ программаһын әҙерләүселәр тамашасы менән бәйләнеште нығытыу яҡлы. Телефон аша тура эфир ваҡытында ғына түгел, көн дауамында аралашырға әҙерҙәр. Кемдә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар, бәлки һеҙ үҙенсәлекле кешеләрҙе беләһегеҙҙер – улар тураһында хәбәр итегеҙ, беҙ осрашырға әҙер, тиҙәр. Телевизор ҡараусы дуҫтарыбыҙ теләге буйынса төрлө темаға әңгәмә ойоштороу — программаның төп бурысы.Тамашасыға тапшырыуҙың йөкмәткеле мәғлүмәттәре генә түгел, сағыу һүрәте лә мөһим. Телевидение өсөн саф сигнал — заман талабы. Уға техник йыһаздар ҙа, эске биҙәлеш тә, тапшырыусы студия мөмкинлектәре лә яуап бирергә тейеш.Милли тапшырыуҙар бүлегенең йәнә бер бүләген АУАЗ программаһы сер итеп ҡалдырҙы. Ул хаҡта хеҙмәттәштәребеҙ иртәгә 9 сәғәттә үҙҙәре хәбәр итер.
АУАЗ иртәнге интерактив программа яңы форматҡа күсә һәм эфирға йышыраҡ сыға башлай
Тулыраҡ: АУАЗ иртәнге интерактив программа яңы форматҡа күсә һәм эфирға йышыраҡ сыға башлай