Ишембайҙың катализатор етештереүсе махсус химия заводы экспорт күләмен 40 процентҡа арттырырға ниәтләй. Был яңылыҡты завод вәкилдәре Республика башлығы менән уртаҡлашты. Заводтың эш ҡеүәте менән Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре барышында ҡыҙыҡһынды.
Ишембай махсус химия заводы Рәсәйҙә катализатор, адсорбент һәм молекуляр иләктәр етештергән иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Беренсе продукцияһын 1985 йылда биргән завод бөгөн Дания һәм Япония компанияларынан алынған комплект линиялар нигеҙендә юғары технологиялы цеолиттар, сорбенттар һәм катализаторҙар эшләп сығара. Инновация тауарҙары күләме 63,3 процент.
Завод етештергән төп продукция — крекинг катализаторҙары — Рәсәй ҡулланыусыһы ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, Төркмәнстан, Белоруссия һәм Һиндостанға ла һатыла. 2021 йылда экспорт күләмен 40 процентҡа арттырыу көтөлә. Предприятиела бөгөн 700 кеше эшләй. Коллективтың 90 проценты – йәштәр. Завод үҙенең инновациялар лабораторияһы – ҡеүәтле фәнни-тикшеренеү үҙәге менән дан тота. Ишембай йәштәре өсөн хәҙер хеҙмәттән һуң файҙалы һәм күңелле ял урыны – яңы Боҙ һарайы асыҡ. Ишембай — аренаны техник асыу Республика башлығының эш сәфәре сиктәрендә үтте.
Черлидинг командаһы ҡыҙҙары хәрәкәт ҡабатлаған мәлдә спортсылар тренажерҙарҙы һынай. Был йәш хоккейсылар урындағы “Нефтсе” командаһында уйнай. Уларҙың һәр ҡайһыһы тиҫтә йыл буйы күнегеүҙәр менән мәшғүл. Тимәк, яңы шарттарға баһа бирерҙәй тәжрибәгә эйә. Тәжрибәле спортсылар араһында тренерҙы тиҙ генә асыҡлап та булмай. Дмитрий Рим улына 21 йәш. Ҡала командаһы менән ул ярты йыл эшләй. Ишембай хоккейсылары өсөн боҙ һарайының ни тиклем көтөп алынған бүләк икәнен яҡшы аңлай.
Радий Хәбиров Ишембай халҡын тәбрикләп, боҙ һарайы ҡалала хоккей ғына түгел, фигуралы шыуыу спортын үҫтереүгә лә этәргес бирер, тип белдерҙе. Республика башлығы Ишембай –Аренаға 1 миллион һум аҡсалата сертификат бүләк итте. Ишембай үҙәгендәге яңы боҙ һарайы күнегеүҙәр, уйындар һәм күмәк саралар өсөн уңайлы иркен спорт комплексы. Алтмышҡа –утыҙ метрлы боҙ майҙанында бер юлы 50 спортсы шөғөлләнә, трибуналарҙа 500 кеше ултыра ала. Бинала шулай уҡ көс талап иткән күнегеүҙәр һәм хореография залдары ҡаралған. Ишембай-аренала Салауат Юлаев хоккей командаһы спорт мәктәбенең филиалы урынлашасаҡ.
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды
Тулыраҡ: Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды