Нуғай ҡасабаһының Заповедная урамы халҡы ғәҙелһеҙлек менән көрәшә. Спорт объекты юлда төҙөлөү сәбәпле, халыҡ хәҙер машиналарында урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Ни сәбәптән ике урам халҡы араһында бындай аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған? Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе Фәһим Миһранов Өфөлә эшләй. Элек эшкә барыуы ваҡытты улай уҡ оҙаҡ алмай, сөнки төп трассаға тура юлдан сығып була ине, тип хәтерләй ул. Тик хәҙер ике урамды тоташтырған юлдан бер ниндәй ҙә машина үтә алмай. Шунлыҡтан, Заповедная, Михаил Дорохов, Баҡсаһарай, Пихта һәм башҡа яңы урам халҡы урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Уның оҙонлоғо яҡынса биш километр, төп юлға сығыу өсөн ҡышҡыһын 10-15 минут ваҡыт сарыф ителә. Урау юлдың тар булыуы водительдәр өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Иртән юл таҙартылып өлгөрмәгәнлектән, балаларҙы мәктәпкә алып барыу ата-әсәләр өсөн үҙе бер һынау кеүек, ти улар. Яңы урамда йәшәүселәр һүҙҙәренсә, тура юл тәүҙә бөтәһе өсөн асыҡ булған, тик ике ай элек урындағы эшҡыуар ошо уҡ юлға хоккей майҙансығын төҙөй. Төҙөлөшкә Өфө мэрияһы рөхсәт бирә, әммә һуңынан ни сәбәптәндер хоккей майҙансығын алып ташлауын талап итә. Быны документтар ҙа иҫбатлай. Тик боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Заповедная урамының икенсе яғында йәшәүселәр иһә, хоккей майҙансығының төҙөлөүенә шат. Яңы урамдарҙа төҙөлөш әүҙемләшкәс, машиналар күп йөрөй башланы, шунлыҡтан беҙҙең асфальт боҙола, тип сәбәбен аңлатты улар. Хоккей майҙансығы өсөн аҡсаны ла улар үҙҙәре йыйған. Уның хаҡы яҡынса миллион һум. Хоккей майҙансығы закон буйынса төҙөлдө, кадастр картала ике урамды тоташтырған юл бөтөнләй юҡ, ти спорт объектын яҡлаусылар. Навигатор ҙа яңы урамға үтеү өсөн урау юлды күрһәтә. Ҡала хакимиәтендә был мәсьәлә буйынса яуап бирә алманылар. Әле Өфө ҡалаһы прокуратураһының тикшереү эштәрен алып барыуҙары билдәле. Хоккей майҙансығы алып ташланырға йә иһә икенсе урынға күсерелергә тейеш. Тик ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Өҫтәүенә, спорт объектын төҙөүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап, судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Шулай ҙа ни өсөн хоккей майҙансығын төҙөргә рөхсәт бирелгән? Ике урам халҡы бер ҡарарға килә алырмы? Был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала
Ике урамды тоташтырған юл уртаһында хоккей майҙансығы
Тулыраҡ: Ике урамды тоташтырған юл уртаһында хоккей майҙансығы