“Аҡ Барс” 100 мең һумлыҡ штраф менән ҡотолдо

Тулыраҡ: “Аҡ Барс” 100 мең һумлыҡ штраф менән ҡотолдо

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев плей-оффта Салауат Юлаев менән Аҡ барс араһындағы өсөнсө уйында Татарстан көйәрмәндәренең тәртипһеҙлегенә үҙ фекерен белдерҙе. Уйын башланыу менән, регламентҡа ярашлы, Рәсәй һәм Башҡортостан гимдары яңғыраны. Ил гимнын көйәрмәндәр бергә йырланы, ә бына Башҡортостан гимны яңғырағанда күршеләр ысын мәғәнәһендә үҙ йөҙөн асып һалды. Улар береһенән береһе нығыраҡ ҡысҡырырға, һыҙғырырға теләп, тәртиһеҙләнә башланы. Константин Толкачев ҡунаҡтар яғынан бындай “перфомансты” тәүге тапҡыр күреүен билдәләп, был хәлгә ҡарата Татарстан етәкселеге тейешле саралар күрер, тигән ышаныс белдерҙе. Юлаевсыларҙың баш тренеры Томи Лямса бик күп йылдар эшләү дәүерендә тәүге тапҡыр ҡаршы яҡ команда көйәрмәндәренең башҡа һыймаҫлыҡ ахмаҡлығына шаҡ ҡатыуын йәшермәй.Башҡортостан көйәрмәндәре, әлбиттә, үҙ командаһына ышана. Шул уҡ ваҡытта рәттән өс тапҡыр еңелгән өсөн хоккейсыларҙы тәнҡит утында ла тота.