Юлдарҙа камералар артасаҡ

Тулыраҡ: Юлдарҙа камералар артасаҡ

Әйткәндәй, бөгөн плей-офф сиктәрендә командалар дүртенсе тапҡыр осраша. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев хоккейсыларына был уйында уңыштар теләне. Оҫталыҡ һәм үҙ-үҙеңә ныҡлы ышаныс беҙҙе еңеүгә алып килергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Был турала ул республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров республика башҡарма власть органдарындағы яңы кадрҙар менән таныштырҙы. Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар муниципаль власта ла үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтә ала. Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын Гүзәл Насырова башҡарасаҡ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшһеҙлек кимәлен кәметеү оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған тәп мәсьәләләрҙең береһе. Пандемия осоронда мәшғүллек үҙәктәренә сиратҡа баҫыусылар һаны 5 тапҡырға артҡан. Быға эшһеҙҙәр өсөн льготаларҙы арттырыу сәбәпсе булды тигән фекерҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. Әле хәлде яҡшыртыр өсөн федераль программалар эшләп килә, уларҙың маҡсаты эш урынын һаҡлап ҡалған предприятиеларҙы өҫтәмә финанслау. Был саралар йыл аҙағына эшһеҙлек кимәлен пандемияға тиклемге кимәлгә еткереү мөмкинлеген бирергә тейеш. Хөкүмәттең бурысы дөйөм иҡтисадты үҫтереү, шунһыҙ эш хаҡы булмай, тимәк кеше лә эшкә урынлашырға ашыҡмаясаҡ. Федераль трассаларҙа аварияларҙы кәметеү маҡсатында камералар һанын арттырыу бурысын хәл итер юлын тапҡандар. Һөҙөмтәһеҙ участкаларҙағы ҡоролмаларҙы күсереп ҡуйырға иҫәпләйҙәр. Радий Хәбиров фото һәм видеотеркәү апараттарын ҡайҙа ғына урынлаштырһалар ҙы был хаҡта халыҡ хәбәрҙар булырға тейеш тине. Транспорт тармағында Мәскәү тәжрибәһен үҙләштерер сәбәп, сәбәп менән бергә мөмкинлек бар. Радий Хәбиров баш ҡаланың транспорт департаменты етәксеһе менән аралашыу һөҙөмтәһен барлап Башҡортостанда был эштең дөрөҫ йүнәлештә булыу баһаһын ишеткән. Ә хәҙер уны яҡшыртыуҙа Мәскәү белгестәре ярҙамға киләсәк.Коронавирусҡа бәйле тәүге сикләүҙәр индерелеүгә теүәл бер йыл ваҡыт үтеп китте. Ҡаршылыҡ менән ҡабул ителһә лә, был саралар үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Әммә һуңғы арала сикләүҙәр йомшарыу менән уның үтәлешенә лә иғтибар кәмене. Ә сир бер ҡайҙа ла китмәгән, үлем осраҡтары ла көн дә яңырып тора. Европа илдәрендә йәнә ҡаты сикләүҙәр индерелә, госпиталдәрҙә урындар юҡ... Радий Хәбиров был аҙнанан, тәү сиратта, социаль учреждениеларҙа, белем усаҡтарында, транспортта контролде көсәйтергә ҡушты.Мәкерле сиргә ҡаршы тороуҙың иң һөҙөмтәле тип һаналған ысулы – вакцинация дауам итә. 118 мең кеше уның беренсе дозаһын һалдырған, икенсе компоненты 76 мең пациентҡа барып еткән. Ошо көндәрҙә республика тағы ла 8 мең доза ҡайтарып алған.