Серегән теш

Тулыраҡ: Серегән теш

Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы теш табиптары 14-се мәктәп уҡыусылары өсөн сәләмәтлек дәресе үткәрҙе. Аҡ халатлылар балаларға тештәрҙе дөрөҫ таҙартыу ҡағиҙәләрен күрһәтте, уларға викторина рәүешендә һорауҙар бирҙе. Лилиә Исмәғилева 20 йыл стоматолог һәм 5 йыл балалар стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире булып эшләй. Дәрәжәле һөнәр эйәһе серегән теш ролен башҡарырға әҙерләнә. Үҙенсәлекле костюмды ла табиптар үҙҙәре уйлап сығарған. 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының теш табиптары 14-се мәктәп уҡыусыларына сәләмәтлек дәрестәрен алып бара. Сценарий буйынса, серегән теш балаларға тештәрҙе йыумаҫҡа, күберәк тәмлекәстәр ашарға өндәй, ә кескәйҙәр иһә уның менән ризалашмай. Төрлө персонаждар, костюмдар, балалар өсөн һорауҙар һәм йомаҡтар. Теш табиптары һүҙҙәренсә, сценарий бөтә бүлек хеҙмәткәрҙәре менән әҙерләнә. Сәләмәтлек дәресендә шулай уҡ тештәрҙе дөрөҫ таҙартыу ауыҙ ҡыуышлығы макетында күрһәтелә. Уйын формаһында үткәрелгән сәләмәтлек дәрестәре балалар хәтерендә күпкә уйылып ҡала, ти мәктәп директоры. Ғөмүмән, белем биреү учреждениеһында бындай сараларға өҫтөнлөк ҙур. Дәрес аҙағында табиптар кескәйҙәр менән әңгәмә ойошторҙо. Теләгән һәр кем үҙ һорауҙарын бирә алды.