Өфө балалар сәнғәт мәктәбенә Виктор Пегов исеме бирелде

Тулыраҡ: Өфө балалар сәнғәт мәктәбенә Виктор Пегов исеме бирелде

Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә иҫтәлекле ваҡиға – ижад үҙәгенә Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәләтле рәссам Виктор Пегов исеме бирелде. Виктор Николаевич 1977 йылдан, мәктәп асылғандан алып, ошонда эшләй һәм бөтә ғүмерен тиерлек уға бағышлаған. Дөйөм алғанда, Өфөлә балалар сәнғәтен һәм белемен үҫтереүгә лә тос өлөш индергән шәхес ул. Талантлы рәссам, үҙ эшенең оҫтаһы, абруйлы педагог. Хеҙмәткә, сәнғәткә булған мөхәббәте аша ул уҡыусыларында ла ижадҡа ҡарата һөйөү уятҡан, үҙенең оҫталығын һәм тәжрибәһен дә йәштәргә түкмәй-сәсмәй еткергән. Ә хеҙмәттәштәре уның кешелек сифаттарына айырым баҫым яһай. Виктор Пегов Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң танылыу яулаған рәссам. Уның эштәре менән Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, Өфө балалар сәнғәт мәктәбенә Виктор Пегов исемен биреү уңайынан уҙғарылған сара сиктәрендә рәссамдың һәм уның уҡыусыларының эштәренән торған күргәҙмә лә асылды. Рәссамдар династияһын дауам итеп, Виктор Пеговтың берҙән-бер улы ла атаһының юлын һайлаған. Владислав Викторович Өфө балалар сәнғәте мәктәбен тамамлап, һөнәр үҙләштергәс, педагог булып бында эшкә ҡайтҡан. Бөгөнгө көндә Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе төрлө йүнәлештәрҙе берләштерә. Музыка, живопись, бейеү буйынса кластар бар. Ғөмүмән, коллектив кескәйҙәрҙең һәләтен асыу һәм үҫтереү, сәнғәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән янып йәшәй. Уҡыу йорто йыл һайын тиерлек юғары наградаларға өлгәшә.