Өфөлә йәшәүсе реставратор Владимир Кононов боронғо комод, өҫтәл, ултырғыс һәм башҡа әйберҙәрҙе йүнәтә, яңырта һәм хужаларына оҙата.Әллә нисәмә йылдар әүәл яғылған лактан таҙартыу йорт йыһаздарын реставрациялауға киткән ваҡыттың төп өлөшөн — 90 процентын тәшкил итә, баҡтиһәң. Ә оҫтаны тағы ла башҡа әйберҙәр көтә, әйберҙәрҙе – хужалары.Ә был боронғо һандыҡ эсендәге ҡомартҡыларҙы Владимир берәй музейға бүләк итергә әҙер. Боронғо йорт йыһаздарына үҫмер сағынан ҡыҙыға ул. Тәүге реставрациялаған әйбере – икона.Шулай Владимир Кононов рәссам юлынан китә, был һөнәргә Өфө сәнғәт институтында уҡып та сыға. Ә уның профессиональ бодибилдер булыуын тәүгә ишетеүселәр, йышыраҡ аптырашта ҡала. Тағы ла нимәһе ғәжәп — реставратор яңыртып биргән антиквариаттар илдең төрлө ҡалаларында эшләнгән. Мәҫәлән, ошо кресло Петроград һөнәрселек училищеһында ҡасандыр ултырған. Өҫтәл – Кенингсбергтыҡы. Владимир уны реставрациялауҙың һуңғы этабын башҡара.Ә шкафтар Өфөнөң иҫке йорттарынан килтерелгән. Улар ҙа тиҙҙән кемдеңдер аш бүлмәһен йәмләр. Лактарынан таҙартылған имән буфетницаны биҙәргә һәм яңынан буярға ғына ҡалған.Биҙәктәрҙәң ниндәйе генә юҡ. Ҡайһы берҙәренә ул форманы үҙе эшләп ала. Боронғо йыһаздарҙы йүнәтеү өсөн реставратор ҡоралдарҙың да боронғоларын һайлай. Күмер үтектәргә лә эш табылып ҡына тора.Егет кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ. Оҫтаның да киләсәккә хыялдары һәм маҡсаттары бар – яңы йортҡа күскәндән һуң унда ҙур оҫтахана эшләргә һәм живопись менән шөғөлләнә башларға.
Бер быуаттан ашыу элек эшләнгән көнкүреш әйберҙәренә яңы һулыш
Тулыраҡ: Бер быуаттан ашыу элек эшләнгән көнкүреш әйберҙәренә яңы һулыш