Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы университеттарҙың яңы үҫеш программаһын әҙерләй. Был программала Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ла ҡатнаша. Республика уңышҡа иҫәп тота ала. Был хаҡта Рәсәй министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев Радий Хәбиров менән осрашыуҙан һуң белдерҙе. Башҡортостан башлығы Өфөлә Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә федераль дәрәжә алғанда министрлыҡтың тырышлығын юғары баһалап рәхмәт белдерҙе. Бөгөн республикала фәнни-белем биреү үҙәгенең йөкмәткеле өлөшө, кампус төҙөлөшө һәм ҙур университет идеяһы бойомға ашырыла. Дмитрий Афанасьевтың фекеренсә, был йәһәттән Башҡортосанда шарттар бар. Университеттарҙы берләштереү фәнни мөмкинлектәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Министр урынбаҫары Өфө юғары уҡыу йорттарының ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне. Ул Башҡортостанда юғары белем биреү, етештереүсе предприятиелар һәм власть араһындағы эшлекле хеҙмәттәшлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Университеттарҙы берләштереү мөмкинлектәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә
Тулыраҡ: Университеттарҙы берләштереү мөмкинлектәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә