Өфө дәүләт авиация техник университетында халыҡ-ара “Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр фәнни конференцияһы үтте. Конференция билдәле ғалим, Рәсәй фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, 1961-1992 йылдарҙа ошо уҡыу йортоноң ректоры Рыфат Мәүлитов иҫтәлегенә арнала. Быйылғы конференцияға Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев үҙе килде. Ул конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм Рыфат Мәүлитовтың исемен онотмауҙарына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Мәүлит уҡыуҙары
Тулыраҡ: Мәүлит уҡыуҙары