Өфөлә аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды

Тулыраҡ: Өфөлә аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды

Йыл да март аҙағында Өфө — ил аграрийҙары башҡалаһына әүерелә. ВДНХ-ЭКСПО майҙанында быйыл 31-се тапҡыр аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды. Аграр сәнәғәт комплексы форумы быйыл беренсе тапҡыр “гибрид” форматта үтә. Кәңәшмәнең дә, күргәҙмәнең дә ҡәҙимге осрашыуҙарҙан тыш, онлайн платформаһы эшләй. Йәғни, ҡыҙыҡһынғандар ерҙең ҡайһы тарафында булыуына ҡарамаҫтан сарала онлайн ҡатнаша ала. Эшлекле программа 23 секция ултырышынан, 4 тармаҡ, 2 махсуслаштырылған конкурстарҙан тора. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. Форумда ҡатнашырға Өфөгә килгән ҡунаҡтарҙы Республика башлығы сәләмләне. Форумда ҡатнашыусылар тәүҙә күргәҙмә менән таныша. 15800 квадрат метрҙа урын алған 5 майҙансыҡта Рәсәйҙең 37 төбәгенән килгән 310 компания ауыл хужалығы техникаһы менән йыһаздар, үҫемселек һәм малсылыҡ ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Байкал аръяғы крайы, Омск һәм Тверь өлкәләре быйыл Өфөгә беренсе тапҡыр килгән. Йыйынға Халыҡ-ара дәрәжәне Чехия, Венгрия һәм Белоруссия вәкилдәре бирә. Резиденттар мөмкинлектәрен танытырға һәм эшлекле килешеүҙәргә иҫәп тота. Агрокомплекс 2021 күргәҙмәһендә йола буйынса фермер тауарҙары йәрминкәһе асыҡ. Бында Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең ете тиҫтәнән ашыуы үҙенсәлекле ризыҡ, милли күстәнәстәр тәҡдим итә. Башҡорт балы, ҡымыҙ ғына түгел хәҙер башҡорт ҡорото ла донъя тәмлетамаҡтары һөйөүен яулай. Тармаҡ белгестәрен бөгөн аграр сәнәғәт комплексының пандемиянан һуңғы үҫешендәге глобаль үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындыра. Предприятие һәм хужалыҡ етәкселәре тармаҡта цифра технологияларын ҡулланыу, эре предприятиеларҙың кесе хужалыҡтар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре, техник һәм технологик яңыртыуҙар, заманса баҡсасылыҡ, умартасылыҡ, апитерапия, орлоҡсолоҡ һәм генетика, ер эшкәртеүҙе биологизациялау кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Форум барышында һатыу-һатып алыу конференцияһы ойошторола. Эре сауҙа ойошмалары саф тауар етештереүселәр менән тура килешеүҙәр ҡора ала. Аграр сәнәғәт форумы 26 мартҡа тиклем дауам итә. Пандемия сәбәпле Роспотребнадзор талап иткән бар санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.