Әйткәндәй, былтыр тап 24 мартта Башҡортостанда коронавирус менән ауырыуҙың тәүге осрағы теркәлде. Вирус йәшен тиҙлегендә таралды. Етди хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итте. 1 йыл эсенда сир менән көрәшеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Интернет селтәрендәге ҡәҙимге видеолар хәҙер мәрәкә кеүек күренә. Ә 1 йыл элек һәр кемдең күңеленә шом һала ине. Магазин кәштәләре бер нисә көн эсендә бушап ҡалды. Халыҡ аҙыҡ-түлекте алдан хәстәрләй ине. Берәүҙәрҙә хәүеф, ҡурҡыу, икенселәрҙә ышанмау – кешеләрҙе төрлө хис-тойғолар барлыҡҡа килде. Короновирус һәр кемдең тормошон ҡырҡа үҙгәртте. Республикала 2020-се йылдың 18-се мартында короновирус хәүефе артыу сәбәпле юғары әҙерлек режимы индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә белем биреү һәм башҡа социаль учреждениеларҙа карантин иғлан ителде. Кешеләрҙе объекттарға индереү сикләнде, учреждениеларҙа, туҡталыштарҙа көн һайын дезинфекция саралары башҡарылды. Башҡортостанда 2020-се йылдың 24-се мартында короновирус менән зарарланыусыларҙың 1-се өс осрағы, 12 апрелдә иһә тәүге үлем теркәлде. Инфекция апрель урталарынан киң тарала башланы. Пандемия сәбәпле, республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелде. Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелде. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Кешеләр йәнә өйҙән эшләргә, уҡырға өйрәнә. Белем учреждениелары дистанцион уҡыуға күсә. Кәңәшмәләр ҙә видеобәйләнеш аша ойошторола.Республика дауаханаларында ковид-госпиталдәр ойошторола. Мәкерле сир менән көрәшеү өсөн ике ай эсендә Зубово ауылы янында яңы госпиталь төҙөлдө. Әммә 4 миллионлыҡ халҡы булған төбәккә был ғына етмәй. Коронавирус менән артабан да көрәшеү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында тағы бер дауахана ҡалҡып сыға һәм ул 19 декабрҙән пациенттарҙы ҡабул итә башлай. Ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй. Республикала ковидҡа ҡаршы антиковид ситуация үҙәге асылды. Батырҙар дәүере. Пандемия осоронда эшҡыуарҙар короновирус менән көрәшкән табиптарға аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килә, такси ойошмалары бушлай өйҙән һәм эшкә йөрөтә. Үҙизоляцияла ултырыусы ханымдар өлкәндәргә, ирекмәндәргә битлектәр тегеп тарата.2021 йылда дөйөм вакцинация кампанияһы башланды. Иң беренсе сиратта медицина һәм социаль өлкәлә эшләүселәргә вакцина эшләнде. Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыу кампанияһы әүҙем дауам итә. Прививканы йәшәгән урынға ҡараған поликлиникаларҙа эшләтергә мөмкин. Март айында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мобиль вакцинация пункты асылды. Башҡортостанда тағы ла бер нисә сауҙә үҙәгендә ҡәҙимге пункт ойошторола.Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, бөтә дауаханалар ҡәҙимге режимда эшләй башланы, республикала короновирус менән сирләүселәр республика инфекция дауаханаһы, Зубово ауылы, Дим биҫтәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ковид-госпиталдәрҙә дауалана.Короновирус менән көрәш дауам итә, ҡайһы-бер ҡағиҙәләр йомшартылһа ла, битлек режимы, 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция, санитар-гигиена һәм социаль дистанция ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. 2021 йыл Республика башлығы тарафынан сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, тип иғлан ителде. Ҡатмарлы осорҙа кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере, реабилитация һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеү бурыстары тора.
24 марта тарихта ҡала
Тулыраҡ: 24 марта тарихта ҡала