Һупайлы биҫтәһендә Ҡоштар скверы төҙөлә

Тулыраҡ: Һупайлы биҫтәһендә Ҡоштар скверы төҙөлә

Һупайлы биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн Ҡашҡаҙан паркынан тыш, тағы ла бер ял урыны төҙөлә. Ул Юрий Гагарин урамында, ҡаланың 130-сы мәктәбе эргәһендә урын аласаҡ. “Ҡоштар” скверы 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәте ултырышында хәбәр ителде. Көн тәртибендә-яҙғы ташҡын. Был юлы Ленин районы биләмәһендә был осорға әҙерлек эштәре тикшерелде. Урындағы хакимиәт башлығы Олег Китов яҙғы ташҡын ваҡытында район халҡын һәм биләмәһен һаҡлау буйынса күреләсәк саралар менән таныштырҙы. Һыу 900 см-ҙан юғарыраҡ күтәрелгән осраҡта, Затон биҫтәһендә 891, Нижегородкала 2 меңдән ашыу йортто һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла төп көстәр хәүеф янаған бидәмәләргә йүнәлтелгән. Район хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Быйыл Ленин районы буйынса ташҡынға ҡаршы 5 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 13 урын булдырылған.Ултырышта халыҡты хеҙмәтләндереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Әлеге ваҡытта эш менән тәъмин итеү хеҙмәтендә 23 меңдән ашыу вакансия иҫәпләнә. Уларҙы, башлыса, коммуналь һәм шәхси хеҙмәттәр, төҙөлөш, сауҙа, мәғариф, транспорт һәм һаулыҡ-һаҡлау йүнәлешендәге ойошмалар тәҡдим итә. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә кешеләргә ихтияж һаҡлана. Тәҡдим ителгән вакансиялар буйынса уртаса эш хаҡы – 25 мең һум. Ултырышта халыҡ менән бәйләнештә интерактив карталарҙың әһәмиәте юғары баһаланды. Ҡала халҡы был сервис менән әүҙем ҡуллана. Интерактив картаға ингән мөрәжәғәттәр ҙә оператив рәүештә башҡарыла. Ошо сервис нигеҙендә “Интерактив Өфө” тип исемләнгән яңы һанлы ресурс барлыҡҡа килде. Ул үҙ эсенә быға тиклем эшләп килгән бөтә сервистарҙы тупланы. Хәҙер теләгән һәр кем кеҫә телефоны ярҙамында ғына урындағы идаралыҡҡа ялыу, йә тәҡдим-кәңәштәре менән мөрәжәт итә ала. “Интерактив Өфө” даими рәүештә яңы сервистар менән тулыланып тора. Ултырышта ҡалала күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау эшенең барышы ҡаралды. Сергей Греков шулай уҡ Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесе тирәләй барған эштәр менән дә танышты.