Белгестәр фаразлауынса, быйыл ул көслө булмаясаҡ. Әммә көндәр ҡапыл йылытһа, күп кенә биләмәләр һыу аҫтында ҡаласаҡ. Өфөлә, ғәҙәттә, Ленин районындағы биҫтәләрҙе һыу баҫа. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, һыу 900 см-ҙан юғарыраҡ күтәрелгән осраҡта Затон биҫтәһендә 891, Нижегородкала 2 меңдән ашыу йортто һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла төп көстәр хәүеф янаған бидәмәләргә йүнәлтелгән. Район хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Быйыл Ленин районы буйынса ташҡынға ҡаршы 5 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 13 урын булдырылған.
Башҡортостанда яҙғы ташҡынға етди әҙерлек башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда яҙғы ташҡынға етди әҙерлек башланды