Белгестәр яҙғы ташҡынға әленән үк әҙерләнә башларға кәңәш итә

Тулыраҡ: Белгестәр яҙғы ташҡынға әленән үк әҙерләнә башларға кәңәш итә

Әле махсус техниканы мөһим осорға әҙерләү, халыҡты иҫкәртеү эштәре башланы. Наил Ғибәҙуллин яҙғы ташҡынға күптән әҙер. 2007 йылдағы һыу баҫыуҙан һуң хәҙер беҙҙе бер нимә лә ҡурҡытмай, ти ул. Шулай ҙа кәмә һәр ваҡыт әҙер тора. Белгестәр яҙғы ташҡынға әленән үк әҙерләнә башларға кәңәш итә. Көндәр һалҡынса торһа ла, граждандарҙы һаҡлау идаралағы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, белешмәләр тарата, йәшәүселәрҙең исемлеген барлай. Быйыл Өфөлә йылғалар кимәленең 7 метрға тиклем күтәрелеүе күҙаллана. Ә айырым урындарҙа унанда күберәк булыуы ихтимал. Шуға ла гидротехник ҡоролмаларҙың ныҡлығына быйыл айырыуса ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Йыл һайын республикала ташҡынға бәйле хәүефле хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү йәһәтенән төрлө күнекмәләр ойошторола. Ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эшмәкәрлеге һәм махсус техниканың торошо менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов танышты. Быйыл яҙғы ташҡын ваҡытына 20 мең кеше һәм 5 мең берәмек техниканан торған төркөм төҙөлгән. Ғәҙәттәгесә, яҙғы ташҡынға әҙерлек республикала юғары кимәлдә үтә. Шулай ҙа һыу кимәле норманан юғарыраҡ күтәрелһә, төбәктә 257 ауылды һыу баҫыу хәүефе янай. Яҙғы ташҡын яуған ҡар күләме һәм боҙ ҡалынғына ғына бәйле түгел. Тәү сиратта — ул апрель айында торасаҡ һауа торошона ла бәйле, ти белегестәр. Шуға ла ҡотҡарыусылар халыҡты һәр ваҡыт әҙер булырға саҡыра.