Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы бара

Тулыраҡ: Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы бара

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ҡағиҙәләрҙе боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерәсәк. Штрафты түләмәү осрағы асыҡланһа, водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Суд ҡарары менән ғәйепле 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ихтимал. Ә штрафты ҡарар ғәмәлгә ингәндән һуң 20 көн эсендә түләгәндәргә 50 процентлыҡ ташлама яһала. Йыл башынан Дәүләт автоинспекцияһы штарфын ваҡытында түләмәгән өсөн 2 мең 500 водителде яуаплылыҡҡа тарттырған. Махсус операция ай аҙағына тиклем дауам итә.