5G бағанаһы

Тулыраҡ: 5G бағанаһы

Өфөнөң Ферин урамында йәшәүселәр торлаҡ йорттар янына кеҫә телефоны вышкаһын ҡуйыуға зарлана. Халыҡ әйтеүенсә, был эш законһыҙ. Роспотребнадзор ҙа тикшереү үткәреп үҙ ҡарарын сығарған. Йәйен үк йорт тирәһендә башланған ҡаҙыу эштәренә халыҡ тәүҙә иғтибар итмәй. Реклама щиты ҡуяларҙыр, тип уйлай. Һуңғараҡ, нимә буласағын белеп ҡалғас, ян-ял ҡуптара. Бында йәшәүселәр ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Хат яҙып, 100-гә яҡын ҡултамға йыйыла. Вышка торлаҡ йорт, мәктәпкә терәлеп тигәндәй тора. Уның һаулыҡ өсөн зыянлы булыуын хәҙер ишетеп түгел, ә үҙемдә кисереп беләм, ти Маҙһар Сәғиҙулин. Халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереп яҙған хатына Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы иғтибар итә. Асыҡланыуынса, вышка рөхсәтһеҙ ҡуйыла. Әле вышка ҡуйыусы милек хужаһын асыҡлау буйынса эш алып барыла. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итергә әле иртәрәк, ти белгестәр.