Республика дауаханаларында ялған һөт ризыҡтары табылған.

Тулыраҡ: Республика дауаханаларында ялған һөт ризыҡтары табылған.

Уны бюджет ойошмаларына Бәләбәй һөт комбинаты исеме аҫтында Воронеж өлкәһендә урынлашҡан “Топродукт” ойошмаһы килтергән. Ялған продукцияны Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Меркурий системаһы аша асыҡлаған. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында
Стенд-ап. Минең ҡулымда ике төрлө сыр. Береһе һыйыр һөтөнән эшләнгән, икенсеһе фальсификат, уның составында үҫемлек майҙары. Тәү ҡарашҡа, айырма юҡ тиерлек. Ысын һөт ризығын ялғанынан бары ентекле анализ ғына айыра алыр.
Хәбәрсе. Теге йәки был ризыҡты ялғанлыҡҡа тикшереү ярайһы уҡ оҙайлы һәм ҡиммәтле процесс. Әммә ҡайһы саҡ унһыҙ булмай.
Лайф у нас тут завышения ........
Хәбәрсе. Ошондай ялған сыр күптән түгел Туймазының район дауаханаһына эләгә яҙған. Дөрөҫөрәге, эләккән, әммә пациенттар өҫтәленә барып етмәгән. Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы кәрәкле документтарҙың ялған икәнлеген асыҡлаған, ә лаборатор тикшереүгә ебәрелгән был сыр фальсификат, тип танылған.
СНХ Рөстәм Ғәлиев Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Хәбәрсе. Был кадрҙар Воронеж өлкәһендә төшөрөлгән. Документтар буйынса “Тотпродукт” тип исемләнгән ойошма ошонда урынлашҡан. Башҡортостандың Россельхознадзор идаралығы етештереү өсөн тәғәйен биләмәләре һәм келәттәре лә булмаған шикле ойошманы Меркурий системаһы аша асыҡлай алған. Иҫләйһегеҙҙер, ошондай уҡ хәл Өфөнөң Республика клиник дауаханаһында ла ҡабатланғайны. Шул уҡ ойошма аша дауаханаға 200 кг ялған эремсек килтерелгән. Ул шулай уҡ Бәләбәй һөт комбинаты исеме аҫтында ебәрелгән. Хәйер, фальсификат ваҡытында асыҡданған. Лаборатор тикшереү эремсектең хәүефһеҙлек регламенттарына бөтөнләй тап килмәүен күрһәткән.
СНХ Илдус Зәйетов Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары
Хәбәрсе. Ябай ҡулланыусы фальсификат тип табылған тауарҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңлап та етмәй. Ысынында, хафаланырға урын бар, ти белгестәр. Ялған ризыҡ сәләмәтлек өсөн хәүефле.
СНХ Константин Китаев Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының һынау үҙәге етәксеһе
Хәбәрсе. Ике осраҡта ла ялған һөт ризыҡтары ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған һәм юҡ ителгән. Әйткәндәй, бындай продукцияны намыҫһыҙ етештереүселәр бюджет ойошмаларына оҙатырға тырыша. Сөнки күмәртәләп алынған ризыҡтың ысынмы, ялғанмы икәнен айырыуы ҡатмарлыраҡ. Һуңғы арала ошондай осраҡтар артыуына ҡарамаҫтан, Меркурий системаһы аша шикле етешетереүселәрҙе шунда уҡ билдәдәргә мөмкин. Етештереү өсөн биналары ла булмаған был компания бары тик административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уның буйынса бөтә мәғлүмәт Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Воронеж өлкәһе буйынса идаралығына ебәрелгән.