Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға юллана. 13-сө апрелдән 17-се апрелгә тиклем спектаклдәр Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Ҙур һәм Бәләкәй сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ. 7 спектакль, араларында премьералар ҙа, тамашасылар күптән яратып өлгөргән “Бәхет хаҡы” ла бар. Яңы ғына барлыҡҡа килгән ғаилә алдында етди тормош һынауҙары – торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Йәш пар йәшәргә мөйөш табып, саф һөйөү хистәрен һүндермәй, ғаиләһен һаҡлап ҡала алырмы? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади төркөмө “Йәш ғаилә фатир эҙләй” исемле өр-яңы спектакль әҙерләй. Артур Ҡунаҡбаев — төп геройҙың дуҫы, актер Харисов ролендә. Ул тамашала Верка Сердючка образында. Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев менән бергә улар һуңғы төҙәтмәләр индерә. Әле репетициларҙың ҡыҙыу мәле. “Йәш ғаилә фатир эҙләй” спектакле сәхнәгә тәүге тапҡыр 27 март ҡуйыла. Артабан премьера Ҡазан тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. 13-сө апрелдән 17-нә тиклем Башҡортостан артистары Татарстанға гастролдәргә юллана.Гастроль репертуарында тағы ла бер-нисә премьера: етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында Николай Крашенинников романы буйынса “Амеля” спектакле һәм генерал Миңлеғәли Шайморатов, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары иҫтәлегенә бағышланған “…Ат уйнатып алдан бара…” театрлаштырылған тамашаһы.Халыҡ әүҙем йөрөгән һәм яратып өлгөргән Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһы һәм Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” спекаклдәре лә Татарстан тамашасыһына тәҡдим ителә. Сәхнә легендалары Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваны Ҡазан халҡы һәр ваҡыттағыса көтөп ала. Ә инде театрыбыҙҙың йөҙөк ҡашы — “Бәхет хаҡы” спектаклен тамашасы ғәҙәттәгесә аншлаг менән ҡаршылай. Пандемиянан һуң был тәүге гастролдәрҙең береһе. Тамашасылар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә сәхнәне һағынып өлгөрҙөк, ти Нурия Ирсаева. Ысынлап та, ике театрҙарының туғанлыҡ ептәре ныҡ. Ҡапма-ҡаршы гастролдәргә йөрөү күптән инде йолаға әйләнгән. 13-сө апрелдән 17-нә тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театры Татарстандың баш ҡалаһына барһа, Ҡазан артистары Өфөгә көҙ киләсәк.
БДАДТ Ҡазанға юллана
Тулыраҡ: БДАДТ Ҡазанға юллана