Юлдарҙа пассажир транспорты ҡатнашлығында авариялар һаны арта. Тармаҡта тәртип урынлаштырыу маҡсатында үткән йәй яңы закон ҡабул ителгәйне. Пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифаты менән ҡәнәғәт булмаһа ла, газель кеүек микроавтобустарҙа йөрөргә мәжбүр. Бигерәк тә Өфөнән ситтәрәк ятҡан биҫтәләрҙән ҡалаға барып етеүҙең башҡа сараһы юҡ. Бөгөн дә күҙәтеүселәр иғтибары тәү сиратта 218 маршрутҡа. Өфө – Миловка йүнәлеше буйынса хәрәкәт итеүсе автобус водителдәренә халыҡтан ялыуҙар күбәйгән. Туҡтатҡан һәр автобуста ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек асыҡлана, йә документтары теүәл түгел.Йә транспорт сараһы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылмаған.Бер сәғәт эсендә генә инспекторҙар 10-дан ашыу етешеһеҙлекте асыҡланы. Ҡайһы бер водителдәр үҙҙәре үк боҙған ҡағиҙә өсөн көс ҡулланып аҡланырға ла тырыша.Шул уҡ ваҡытта пассажир транспорты ҡатнашлығында авариялар һаны көндән-көн арта. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, оло юлда авариялар башлыса водителдәрҙең руль артында йоҡлап китеүе арҡаһында сыға. Ә ҡала урамдарында автобустар пассажир өсөн уҙыш ойоштороп күңелһеҙ ваҡиғаларға сәбәпсе була. Ошондай рейдтар был тәңгәлдә тәртип урынлаштырырға тейеш.Руль артныда тәмәке тартҡан, телефон аша һөйләшкән йәки юл ҡағиҙәләрен боҙған автобус водителдәрен яуапҡа тарттырыуҙа пассажирҙар ҙа ярҙамлаша ала. Бының өсөн ҡағиҙә боҙоу осрағын телефонға теркәп, йәки яҙма рәүештә автоинспекцияға хәбәр итергә кәрәк. Июль айынан штрафтар күләменең артыуы пассажирҙар ташыу өлкәһендә бер аҙ тәртип урынлаштырырына ла ышаныс бар.220 федераль закон үҙ көсөнә инеү менән пассажирҙар ташыусыларға ҡарата талаптар ҙа ҡәтғиләшә. Унда транспорт сараһының техник торошона ғына түгел, хәүефһеҙлеккә лә ҙур иғтибаор бүленә. Мәҫәлән пассажирҙы туҡталыш булмаған урында төшөргән өсөн беренсе тапҡыр 3 мең штраф булҫа ҡабаттан эләккән осраҡта 5 мең һум түләргә тура киләсәк. Айырым категориялар буйынса штраф күләме юридик шәхестәр өсөн 300 мең һумға барып етә.
Һаулыҡ өсөн хәүефле автобустар
Тулыраҡ: Һаулыҡ өсөн хәүефле автобустар