Пластик шешәнән һыу эсеп ағыуланырға мөмкинме?

Тулыраҡ: Пластик шешәнән һыу эсеп ағыуланырға мөмкинме?

Был һорауға яуапты тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре яҙләй. Үткән йылдың сентябрендә цирк бинаһындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса асылған эш әле тамамланмаған. Ватандаштарыбыҙ иһә шешәләргә тултырылған һыуҙан шикләнмәй, уны һатып алып, ҡулланыуын дауам итә. Ағыулыныуҙан нисек һаҡланырға, һыуҙың ниндәйен эсергә. Магазинда шешәләргә тултырылған һыуҙың бихисап төрҙәре һатыла. Атамаһынан башлап күләменә тиклем теләгәнен һайлап ал. Бындай һыуҙың шифалы, таҙа, хәүефһеҙ, тип кеше сәләмәтлеге өсөн иң мөһим сифаттары иғлан ителгән.Эсәр һыуҙың ҡайһыһын һайлап алыу һәр кемдең үҙ ихтыярында. Тик хәүефһеҙлек сараларын хәстәрләүгә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Икеләнгән осраҡта һыуҙың сифатын тикшереү хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел. Көнкүреш шарттарында һыуҙы еҫкәп, тәмләп ҡарарға, уның төҫөнә иғтибар итергә мөмкин икән, химик составы, микробиология күрһәткестәре махсус лабораторияларҙа тикшерелә. Киң сауҙала күпләп һатылған һыуҙың биш төрлөһөн алып беҙ ҙә белгестәргә юл тоттоҡ.Был белгестәр һыуҙың төҫһөҙ, еҫһеҙ һәм тәмһеҙ шыйыҡса тигән тасуирламаһы менән риза түгел. Улар һыуҙы 60 төрлө матдәгә һынап ҡарай. Һәр күрһәткестең барлығы-юҡлығы ғына түгел, ә күпме миҡдарҙа тупланыуын асыҡлай. Һыуҙың составы шешә тышында бирелгән яҙмаға тап килергә тейеш. Быны тикшереү өсөн кәмендә 15-20 төрлө өлгө алып биш көн тирәһе һынауҙар үткәрергә тура килә. Бәғзе берәүҙәрҙе крандан аҡҡан йәиһә шәхси ҡоҙоҡтағы һыуҙың сифаты ла борсой. Ул осраҡта күрһәткестәр исемлеген оҙайтырға мөмкин. Һынау үҙәге һыу өлгөләрен миҙгелгә йылдың һәр сирегендә тикшерә. Һыуҙы һатыусы ойошмалар тик сифатлы тауар тәҡдим итергә тейеш. Уны шешәләргә тултырыусыларҙың иһә хоҡуҡтары киңерәк. Крандан ағыҙып, махсус фильтр аша үткәрһәң дә һатырға рөхсәт ителә. Һынау үҙәгенә хатта үле һыу килтергәндәре бар, ти белгестәр. Беҙ һатып алған һыуҙың сифат һөҙөмтәләре биш көндән билдәле булды. Тулҡынланып көтәбеҙ.Был бары биш төр атамалы һыуға ҡағылышлы һығымта ғына. Һәм ул башҡаларынан шикләнмәҫкә мөмкин тигәнде аңлатмай. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, аҡса түләп алынған һыуҙы эсер, айырыуса уны балаға бирер алдынан шешәһенән тәмләп ҡарарға кәңәш ителә. Цирк буфетындағы хәл ҡабатланмаһын өсөн.