Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының 32-се ултырышы үтте

Тулыраҡ: Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының 32-се ултырышы үтте

Унда парламент ултырышында ҡараласаҡ закон һәм закон проекттары тикшерелде. Уларҙың береһе күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә ҡағыла. Закон проектына ярашлы, билдәле бер категорияға ҡараған граждандар өсөн ташламалар индереү ҡарала. Йәмғиәттә күп бәхәстәр тыуҙырған 14 йәштән никахлашыу тураһындағы закон проекты яҡлау тапманы, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.