Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Израилдың элекке премьер-министры Эхуд Ольмерт Тель-Авив янындағы төрмәгә килтерелгән. Ул 19 айға төрмәгә ябыла. Шулай итеп, ул Израиль хөкүмәтенең иректән мәхрүм ителгән тәүге етәксеһе. Ил президенты Моше Кацав төрмәлә Эхуд Ольмерттың күршеһе буласаҡ.

Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ЗИКА киҙеүе менән ауырыуҙың тәүге осрағын теркәне. Был хеҙмәттең элекке етәксеһе Геннадий Онищенко киҙеүҙе таратыусы серәкәйҙәрҙе вирус менән махсус ағыулауҙары ихтимал тип белдерҙе.

Сүриәлә биш дауахана һәм ике мәктәп утҡа тотолған. 7 кеше һәләк булған, 8-е хәбәрһеҙ юғалған. Был турала сиктәр белмәүсе табиптар ойошмаһы вәкилдәре хәбәр иткән. Сүриәнең Мәскәүҙәге илсеһе был һөжүмдә Америка авиацияһын ғәйепләгән.

Бөйөк Британияның Вирджинг Атлатик авиакомпанияһы пилоты Хитроу аэропортына кире ултырыға мәжбүр булған. Уның күҙен ерҙән көслө лазер нуры менән сағылдырғандар. Ил профсоюздары лазерҙы ҡорал исемлегенә индерергә тәҡдим иткән.