Рәсәйҙең мөфтиҙәр шураһы хаж операторын һайланы

Тулыраҡ: Рәсәйҙең мөфтиҙәр шураһы хаж операторын һайланы

Ошо уңайҙан үткән осрашыуҙа Башҡортоста вәкилдәре лә ҡатнашты.Башҡортостандан быйыл хаж ҡылыусылар изге ерҙәргә «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан осасаҡ. Мәккәгә хажға барыу исламдың бишенсе терәге һанала. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз. Ундай кешеләр «хажи» исемен йөрөтөргә хоҡуҡлы. Хаж тамамланғас, бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын билдәләй. Быйыл Ураҙа байрамы 5 июль һәм Ҡорбан байрамы 12 сентябрь билдәләнә.