Бындай уҡыу йортары Рәсәйҙә һигеҙ генә

Тулыраҡ: Бындай уҡыу йортары Рәсәйҙә һигеҙ генә

Башҡортостанда иһә Урта махсус музыка колледжы һәләтле балаларға беренсе кластан башлап дөйөм урта һәм һөнәри белем биреүҙе берләштергән берҙән бер мәктәп. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан музыка колледжы коллективы һәм уҡыусылары менән Радий Хәбиров осрашты. Урта махсус музыка колледжында бөгөн балалар классик һәм халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Уҡыу йорто ҡала ғына түгел ауыл балаларына ла махсус һөнәри белем биреү мөмкинлектәрен бойомға ашыра. Өфөлә 1972 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институты эргәһендә асылған колледждың 1994 йылдан Сибай филиалы уңышлы эшләй. Республика башлығы коллективты тәбрикләп уҡыу йортон тамамлаған данлыҡлы шәхестәрҙе билдәләп үтә. Һөнәри байрам уңайынан Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Һөнәри хеҙмәте менән танылған бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан урта махсус колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилиә Латипова ла бар. 31 йыл эсендә ул йөҙәрләгән музыкантҡа туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиләләгән. Иң юғары награда – уҡыусыларымдың уңышы, ти мөғәллимә.