Башҡортостан хөкүмәте уҙған йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте

Тулыраҡ: Башҡортостан хөкүмәте уҙған йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте

Иҡтисад, сәнәғәт, социаль сәйәсәт, етештереү тармағы. Башҡортостан хөкүмәтенең уҙған йылдағы эштәренә арналған телмәрҙең төп позицияларҙы ошо пункттар. Тотош донъя кеүек, республика өсөн дә пандемия хәҙер йыл ярымға һуҙылған һынау мәле. Радий Хәбиров әйтеүенсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә төбәк үҙенең медицина системаһын тиҙ арала үҙгәртеп ҡора алды. Өфө һәм Стәрлетамаҡта төҙөлгән ковид-госпиталдәр хәҙер Рәсәй субьекттарына өлгө. Башҡортостан миҫалында бөгөн илдең 15 төбәгендә госпиталдәр төҙөлгән. Пандемия, тәү сиратта, социаль сәйәсәт бәкәленә һуҡты. Коронавирус тарала башлағандан һуң, республикала эшһеҙлек 6 процентҡа тиклем атҡан. 209 мең кеше эшһеҙлек буйынса пособие алһа, 70 мең гражданға яңы вакансиялар тәҡдим ителгән. Башҡортостандың Министрҙар кабинеты тарафынан өлгәшелгән уңыштарҙың береһе – федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу. Беренесеһе – республиканың “Фән” милли проектында еңеүе. Был уңыш Башҡортостанда донъя кимәлендәге ғилми-мәғариф үҙәген төҙөргә булышлыҡ итәсәк. Тағы бер еңеү хаҡында айырым әйтергә кәрәк. Аграр сектор. Ун миллиард һум һәм 20 йыл эсендәге тарихи ваҡиға. Башҡортостан беренсе тапҡыр үҙенең ауыл хужалығы техникаһы базаһын яңыртып, 4 миллион ярым тонна ашлыҡ йыйып алды. Премьер-министр Андрей Назаров өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең былтырғы эш һөҙөмтәләрен иғлан итеү беренсе тәжрибә. Шуға ла уның телмәренә айырым иғтибар. Социаль сәйәсәт көнүҙәгендә. Демография, яңы мәктәптәр төҙөү, дауаханаларҙы яңыртыу. Премьер-министр Хөкүмәт тарафынан башҡарылған иң ҙур эштәрҙе ошоларға бәйләй. Былтырғы һөҙөмтәләрҙе барлағанда, тағы бер-нисә йүнәлешкә баһа бирергә кәрәк. Улар араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та бар. Әлбиттә, һуңғы осорҙа был системала етешһеҙлектәр һәм үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡараған етәкселәр тураһында йыш ишетергә тура килде. Хөкүмәт рәйесе телмәрендә сәнәғәт, туризм тармағына ла тейешле ваҡыт ҡына түгел, ә тейешле иғтибар бүленеп, етди анализ яһалды. Пандемияның ыңғай яҡтарын да күрергә кәрәк. Былтыр, республикала эске сәйәхәт үҫкән. Йәғни, эшҡыуарлыҡ субьекттарына ярҙам үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Башҡортостан Хөкүмәтенең былтырғы эш һөҙөмтәләре республика парламенты депутаттарының яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышы сиктәрендә иғлан ителгәйне. Ә бына дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай кәңәшмәһендә ҡаралған закон проекттарының бер-нисәһен айырым атарға кәрәк. Йәмғиәттә ҙур бәхәстәр тыуҙырған “Һуғыш осоро балалары” тураһындағы ҡанун беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул ителде. Уға ярашлы, хәҙер 1927-се йылдың 22-се июненән 1945-се йылдың өсөнсө сентябренә тиклем тыуған граждандар Башҡортостанда “һуғыш осоро балалары” тигән статус ала. Улар өсөн социаль ярҙам тәртибе үҙгәрә. Тағы бер закон проекты ата-әсәләр өсөн әһәмиәтле. Башҡортостанда хәҙер бәлиғ булмаған балаларға составында шыйыҡ углеводород газы булған ҡулланмалар, йәғни, зажигалкалар, һатыу бөтөнләй тыйыла. Быны наркоманияға ҡаршы көрәштең бер юлы тип аңларға кәрәк. Хөкүмәттең уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләрен иғлан итеү уңыштар менән маҡтаныу түгел. Был документ республиканың стратегик үҫешен билдәләгәндә бер ҡулланма булырға тейеш.