Өфөлә Ачери биатлон буйынса Рәсәй Чемпионаты үтте

Тулыраҡ: Өфөлә Ачери биатлон буйынса Рәсәй Чемпионаты үтте

Был спорт төрөнөң төп үҙенсәлеге – саңғыла уҡ атыу. Чемпионатта Рәсәйҙең 8 төбәгенән төрлө йәштәге спортсылар ҡатнашты. Ачери Биатлон буйынса мәртәбәле ярыш Өфөлә беренсе тапҡыр үтте. Чемпионат Башҡортостандың спорт министрлығы, Биатлон спорт комплексы, Биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы ярҙамы менән ойошторолдо. Республика спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Яҡташтарыбыҙ 4 алтын, 2 көмөш һәм 4 бронза миҙалдар менән бүләкләнде.