Боҙлауыҡ сәбәпле юл-транспорт фажиғәләре булыуы ихтимал. Шуға ла юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы дистанция һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә. Синоптиктар фаразлауынса, елдең тиҙлеге секундына 8-13 метрға етәсәк. Һауа температураһының бер күтәрелеп бер төшөүе арҡаһында ирегән ҡар туңып ҡала урамдары боҙ менән ҡапланды. Тайып имгәнеүселәр һаны аҙаҡҡы ике аҙна эсендә генә ике тапҡырға артҡан, көн һайын башҡала дауаханалырына йөҙәрләгән кеше мәрәжәғәт итә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бындай юлдан йөрөү ысын мәғәнәһендә һынауға әүерелә. Коляскала фехтование алышы буйынса Европа чемпионы Сергей Мозолькин өсөн боҙлауыҡ менән алыш еңелдән бирелмәй. Боҙҙан хасил булған соҡорло юлды үтеү оло һынауға әүерелә ти спортсы. Боҙло юлдан оҫта атлау алымдарын йәйәүлеләр ҙә үҙләштерә. Берәүҙәр тротураҙы көрттән урап үтә, икенселәре яңы атларға өйрәнгән бала кеүек тотоноп йәрәргә мәжбүр. Юл аша сығыуы айырыуса ҡурҡыныс. Автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалыуың да бар. Конькиҙа шыуыр өсөн хәҙер каток эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Бының өсөн тротуарға сығыу ҙа етә. Бындай һырғалаҡта автомобилдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә берҙәй шыуыша. Тик һуңғылары өсөн ул күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Бәлә аяҡ аҫтында икәнен Анатолий Әхмәҙуллин хәҙер яҡшы белә. Йәш кешенең эш көнө травмотология пунктындағы сиратта тамамлана. Ул тайып уң ҡабырғаһына йығылған.Аяҡ-ҡулдарын һындырып бында көнөнә 50-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Табиптар зыян күреүселәрҙең ҡайҙа ҡолағанын теркәп ҡала хакимиәтенә хәбәр итеп тора. Быйылғы ҡыштың коммуналь хеҙмәттәр өсөн үтә лә көтөлмәгән булыуын һәр урам эсендә күҙәтергә мөмкин. Ваҡытында таҙартылмаған ҡар иреп ҡалын боҙ хасил булды. Вәғизә Ҡазыханова үҙ участкаһында йәйәүлеләр тайып имгәнмәһен өсөн иртәнге сәғәт 5-тән ҡулына көрәк ала. Кешеләр эшкә сыҡҡанға тиклем ул 5 күп ҡатлы йорт тирәһенә ҡом һибеп сығырға тейеш.Талап буйынса юл боҙҙан әрсеп таҙартылырға тейеш. Йорттар янында быны торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары, ә магазин, ойошма тирәһендә хужалары башҡарырға бурыслы. Әммә ҡом һибеүҙән башҡаса сара юҡ тип аҡлана торлаҡ идаралығы белгестәре.Тайғаҡ юлға зарланып ҡына мәсьәләне хәл итеп булмай, идарасы компаниялар бындай мөрәжәғәттәрҙе инҡар итергә күнеккән. Шунлыҡтан зыян күргән осрата үҙ хоҡуғыңды һәм һаулыҡҡа килгән зыянды түләтеүҙе талап итергә кәрәк. Матди яза был тәңгәлдә тәртип урынлаштырырына ышаныс бар.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра
Тулыраҡ: Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра