Автобустарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Тулыраҡ: Автобустарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Транспорт өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы белгестәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары менән берлектә автобустарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тикшерә. 220 федераль закон үҙ көсөнә инеү менән пассажирҙар ташыусыларға ҡарата талаптар ҙа ҡәтғиләшә. Унда транспорт сараһының техник торошона ғына түгел, хәүефһеҙлеккә лә ҙур иғтибаор бүленә. Мәҫәлән пассажирҙы туҡталыш булмаған урында төшөргән өсөн беренсе тапҡыр 3 мең штраф булҫа ҡабаттан эләккән осраҡта 5 мең һум түләргә тура киләсәк. Айырым категориялар буйынса штраф күләме юридик шәхестәр өсөн 300 мең һумға барып етә.