Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бельгияла Ислам дәүләте террор ойошмаһы сафтарына кешеләр йәлеп итеүсе ун кеше ҡулға алынған. Полиция уларҙың йорттарында тентеү үткәргән. Компьютерҙар, кеҫә телефондары тартып алынған. Махсус хеҙмәттәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең 200 кешеһе Сүриәлә исламистар яғында һуғыша.

Баварияла тимер юл фажиғәһенең сәбәбе вайымһыҙлыҡҡа бәйле. Поездарҙа техник етешһеҙлектәр асыҡланмаған. Тәфтишселәр ошондай фекергә килгән һәм 39 йәшлек дипетчерға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Фажиғәлә 11 кеше һәләк булғайны.

Архангель өлкәһенең Плесецк космодромынан Европаның Сентинел 3А юлдашы йыһан киңлегенә сығарылды. Ул океандарҙы һәм климат үҙгәреүен күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

Норвегияның Хедмарк ҡалаһында саңғысы ҡатын бесәйен өйрәтеп алған. Хәҙер ул хужабикәһен шыуҙырып йөрөтә. Урындағы киң мәғлүмәт саралары ошо турала сюжет төшөрөп күрһәткәс йорт хайуаны интернет селтәрендә киң билдәләлек алған.