Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ғинуарҙа халыҡтың социаль хәлен тикшергән

Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ғинуарҙа халыҡтың социаль хәлен тикшергән

Респонденттарҙың 30 проценты үҙҙәренең тормош хәлен «һәйбәт» йәки «бик яҡшы», 56 проценты — «уртаса», 11 проценты «насар» тип баһалаған. Илдәге хәлде ыңғай баһалаусылар 72, кире баһа биреүселәр — 25 процент. Киләсәкте планлаштырыу өсөн мөмкинлектәргә килгәндә, бында респонденттарҙың фекере төрлөсә: 44 проценты өсөн етди ҡаршылыҡтар юҡ, 36 проценты хәҙерге шарттарҙа был мөмкин түгел тип зарлана. Һәр бишенсе кеше бөгөнгө көн менән йәшәй.