Дәүләт Думаһына депутаттарҙы алдан һайлауҙа теләүсе һәр кем ҡатнаша аласаҡ

Тулыраҡ: Дәүләт Думаһына депутаттарҙы алдан һайлауҙа теләүсе һәр кем ҡатнаша аласаҡ

Берҙәм Рәсәй фирҡәһе ойошторған праймеризда быйыл партия ағзаһы булмағандар ҙа үҙҙәрен кандидат итеп күрһәтә ала. Ә алдан һайлауҙарҙа башҡа фирҡә фәкилдәренең дә тауыш биреү хоҡуғы бар. Бының өсөн республика буйынса 677 һайлау участкаһы ойошторола. Алдан һайлауҙар май айында үтәсәк. Праймериздарҙа иң күп тауыш йыйған кандидаттар сентябрь айында үтәсәк дума һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Әле тәләүселдәрҙән ғариза ҡабул итә башланылар, бөгөнгә Башҡортостан буйынса 3 кеше документтарын тапшырған.