Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, „Русфонд„ хәйриә фонды һәм „Комсомольская правда„ гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. 2013-сө йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 50 бала 11 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Өфө ҡалаһында йәшәүсе йәш ярымлыҡ Марк Ярошевский ҙа улар рәтендә. Марк айырыуса музыка тыңларға ярата. Көйҙө ишетеү менән үҙенсә ниҙер һөйләй, йылмая башлай. Өн сығарыусы уйынсыҡтар, әсәһенең телефоны менән уйнау — кескәйҙең яратҡан шөғөлө. Бала яңыраҡ ҡына бер яғынан икенсе яҡҡа әйләнеп ятырға, уны уратып алған әйберҙәрҙе тотоп ҡарарға өйрәнгән. Бәләкәстең әсәһе сабыйының ошондай уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Сабыйҙың тиҫтерҙәренән ҡалышыуын әсә кеше өс ай тигәндә һиҙеп ҡала. Бала был осорҙа үҙаллы башын тотмай, ә бармаҡтар гел йомарланған килеш тора. Бер йәше тулыр саҡта Маркка балалар фалижы тигән диагноз ҡуялар. Бәләкәсте әүҙем дауалау башлана — массаж, дарыуҙар, дауаханала, реабилитация үҙәктәрендә ятыу. Әлбиттә, былар барыһы ла һөҙөмтә бирә. Баланың башындағы һыулы шештәр кәмей, малай яйлап хәрәкәт итә башлай.Баланың һауығыу өсөн бар мөмкинлектәре лә бар, тик ирешкән уңыштар менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк, ти Мәскәү медицина технологиялары институты табиптары. Дауалау курсы үтеү өсөн 200 мең һум аҡса талап ителә. Ике бала тәрбиәләүсе Татьяның яҡын арала был сумманы йыйыу мөмкинселеге юҡ. Марктың сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала.. Сабыйға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн DETI һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин, әгәр телефон операторҙар һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ сабыйҙың яҙмышын үҙгәртер, сабый тулы тормош менән йәшәй башлар.
Изгелек марафоны
Тулыраҡ: Изгелек марафоны