Башҡортостанда буласаҡ һалдаттарҙы тәрбиәләүгә баһа бирелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда буласаҡ һалдаттарҙы тәрбиәләүгә баһа бирелә

Ошо маҡсат менән төбәктә Үҙәк конкурс комиссияһы эшләй. Республика башлығы комиссия рәйесе, Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе урынбаҫары, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович менән осрашты. Республикала йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙең күп йылдар элек һалынған бай тәжрибәһе бар, йолаларға беҙ әле лә тоғро, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Төбәктә хәрби-патриотик тәрбиә эше киң ойошторолған, өс йөҙҙән ашыу илһөйәр түңәрәге, биш тиҫтәгә яҡын эҙәрмән отряды эшләй, Өфө кадет мәктәбе, осоусы һөнәренә тәүге әҙерлек интернаты бар. Башҡортостан үҙенең “Илһөйәр” паркы проектын бойомға ашыра. Дмитрий Касперович төбәктә граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса күләмле эш алып барылыуын танып, Башҡортостан был йәһәттән илдә 85 субъект араһында лидерҙар иҫәбендә, тип белдерҙе. Үҙәк конкурс комиссияһы бер нисә министрлыҡ вәкилдәре менән берлектә йәштәр араһында спорт-һауыҡтырыу эшен ойоштороу, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек үткәреү менән урындла танышып тейешле баһа бирергә ниәтләй.