9 майҙа илдең 28 ҡалаһында Еңеү көнө уңайынан хәрби парадтар ойошторола. Был хаҡта илдең оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе. Хәрби парадтарҙа 47 меңдән ашыу кеше, 1 мең 600-гә яҡын хәрби техника һәм 200-ҙән күберәк һауа судноһының ҡатнашыуы көтөлә. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадҡа 12 меңдән күберәк кеше, 190-дан ашыу ҡорал, хәрби техника һәм 76 осоу аппараты йәлеп ителә. Башҡортостанда Еүең көнөндә байрам концерты, Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы, Мәңгелек ут янында почетлы ҡарауыл, хәрбиҙәр парады, хәрби техниканы һәм ретроавтомобилдәрҙе күрһәтеү, «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәреү ҡаралған.
Еңеү көнө уңайынан 28 ҡалал хәрби парад ойошторола
Тулыраҡ: Еңеү көнө уңайынан 28 ҡалал хәрби парад ойошторола