Ул 27 йыл ремонт күрмәгән. Урындағы халыҡ ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә башлағас ремонт эштәрен 2031-се йылға билдәләйҙәр. Әммә йортта йәшәүселәр быға риза түгел. 12 ҡатлы йорт 90-сы йылдара төҙөлгән. Шунан бирле бында бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән.Халыҡ идара итеүсе ойошма һәм торлаҡ-файҙаланыу идаралығы менән уртаҡ тел таба алмай. Бөтә мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡала, башҡарылған эштәр бары смета, ҡағыҙҙа ғына, ғәмәлдә подъездарҙа бер сөй ҙә ҡағылғаны юҡ, ти йортта йәшәүселәр. Ысынлап та, подъезд эсе ташландыҡ хәлдә. Урындағы халыҡ үҙ аҡсаһына тимер ишек, ҡыйыҡ япмаһын алмаштырған. Әммә хәл бының менән генә яҡшырмаған. Йортҡа капиталь ремонт талап ителә. Лифттар ысын мәғәнәһендә ҡойолоп килә. Улар комиссия тарафынан 2013 йылда уҡ авария хәлендә тип танылған. Йорттоң хужалары төбәк операторына ла мөрәжәғәт иткән. Уларҙың яуабы ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Ремонт 8 йылдан ғына көтөлә.Йорт подъездарҙы ремонтлау буйынса 2021 йылға тәғәйен республика программаһына ла инмәгән. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, пандемия сәбәпле быйыл программа кыҫҡартылған. Был йортҡа ремонт эшләү финанслауға бәйле. Донской урамындағы 40-сы йортта ла шул уҡ хәл. Күрше йорттар үҙ ваҡытында нефть эшкәртеү заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән, һуңынан улар ҡалаға тапшырылған. Күптән түгел йорттарҙы берләштергән урам төҙөкләнлерелгән. Әммә йортҡа ҡағылышлы мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡала. Капиталь ремонт талап ителгән йортта йәшәүселәр үҙ маҡсаттарына ирешмәй, туҡтарға уйламай.
Өфөнөң Донской урамындағы 38-се йорт емерек хәлдә
Тулыраҡ: Өфөнөң Донской урамындағы 38-се йорт емерек хәлдә