Киләһе уҡыу йылы башына, йәғни 1 сентябргә республикала кәмендә 2 мең яңы белем биреү йорто сафҡа индереләсәк. Ә 2021 йыл аҙағына тағы 5-үһе өлгөрөр тип көтөлә. Мәктәптәрҙең ҡеүәте төрлө: 120-нән 1250 урынғаса иҫәпләнә. Бер ниндәй иҡдисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамай республикала яңы мәктәптәр төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ.Сөнки был киләсәккә йүнәлтелгән иң мөһим инвестиция”,- тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге аккаунтында. 2021 йыл аҙағына 7 мәктәпте төҙөп тапшырырға тигән маҡсат ҡуйылған. Был 5 740 балаға уңайлы һәм заманса мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлеген биреү. Өфө районындағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе Миловка ауылында төҙөлә. 1225 урынға тәғәйенләнгән мәктәп быйыл 1 сентябрь балаларҙы ҡабул итергә тейеш. Белем усағын төҙөү 2019 йылдың октәбрендә башланып бөгөнгә эштәр 70 процентҡа башҡарылған. Әле инженер коммуникациялары һәм эске биҙәү эштәре алып барыла. 4 ҡатлы мәктәп 4 секцияға бүленгән. Ҙур, яҡты класстарҙан тыш, 2 спортзал бар. Улар йыуыныу бүлмәләре менән айырым секцияла урынлашҡан. Лаборатория, информатика, музыка дәрестәре өсөн кабинеттар төҙөлөш этабында уҡ проектҡа һалынған. Генподрядсы әйтеүенсә, балалар өсөн белем биреү усаҡтарын төҙөү иң яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Ҡар иреп, һауа температураһы тейешле нормаға күтәрелгәс, урамдағы эштәр башланасаҡ. Мәктәп янында ҙур стадион, тренажерҙар ҡуйыу, бәләкәй класс уҡыусылары өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ мәктәптең йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтереү өсөн участоктары ла буласаҡ.Быйыл төҙөлөп бөтәсәк мәктәптәрҙең ҡеүәте төрлө. 120 урындан 1250 урынғаса иҫәпләнә. 1 сентябрға Бишбүләк районы үҙәгендә төҙөлөп ятҡан 320 урынлыҡ мәктәп тә балалар таушы менән йәнләнәсәк. Әле белем усағына йылы биргәндәр, эске биҙәү эштәре алып барыла. Дыуан районы Таштүбә ауылында 120 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Бында төҙөлөш барышы графиктан артта ҡалғас, генераль подрядсыны алыштырырға тура килгән. Йыш ҡына бындай мәсъәлә башҡаланан йыраҡ ятҡан райондарҙа тыуа. Әйткәндәй, Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп 375 урынға иҫәпләнгән. 2021 йылда төҙөлөп бөтәсәк белем усаҡтары исемлегендә Булгаков ауылындағы мәктәп, Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге, Нефтекама менән Учалы ҡалаларында төҙөлөп ятҡан 1225 урынлыҡ ҙур мәктәптәр ҙә бар. Йәмғеһе, ошо белем усаҡтарын тулыһынса сафҡа индереү өсөн 3 миллиардтан ашыу инвестиция йәлеп ителә. Шуның 645 млны федераль ҡаҙнанын.
Миловка ауылында Өфө районындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Тулыраҡ: Миловка ауылында Өфө районындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә