Билбау көрәше буйынса республика беренселеге үтте

Тулыраҡ: Билбау көрәше буйынса республика беренселеге үтте

Ишембайға төбәктең 22 район-ҡалаһынан 200-ҙән ашыу йәш спортсы йыйылды. Еңеүселәр артабан милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Хәйбулла һәм Ғафури райондарынан килгән йәш спортсылар көрәш менән 5 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо ваҡыт арыуығында улар тиҫтәләгән ярыштарҙа лайыҡлы урындар яулап өлгөргән һәм был беренселектә лә бил бирергә уйламайбыҙ, ти егеттәр. Егеттәрҙә генә түгел, ҡыҙҙар араһында ла киң танылған спорт төрөнөң төбәктә үҫеүе ҡыуаныслы, ти билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлимғужина. Донъя чемпионы әйтеүенсә, йәш быуындың ошо йүнәлеште үҙ итеүе уларҙы физик яҡтан нығыта һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй.Турнирҙа 15-тән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр көс һынашты. Түҙемлек, киҫкенлек һәм техника. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла шундай сифаттарға эйә. Билбаулы көрәш буйынса республика беренселегенә төбәктең 22 командаһынан йөҙҙән ашыу спортсы йыйылған. Еңеүселәр артабан Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Республиканың билбаулы көрәш федерацияһы етәксеһе Ирек Шәрипов билдәләүенсә, республикала ҙур үҫеш алған спорт төрө яңы үрҙәр яулай. Бер-нисә йыл эсендә көрәшселәр республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа чемпион исемен яулаған. Беренселек Ишимбай районы хакимиәте ярҙамы менән юғары кимәлдә үтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләсәктә районда билбаулы көрәште үҫтереү йәһәтенән бихисап эштәр эшләнәсәк. Ике көн дауам иткән ярышта командалар арыһында беренсе урынға Туймазы, икенсегә Октябрьский ҡалалары һәм өсөнсө урынға Стәрлебәш районы спортсылары лайыҡ булды. Улар артабан май айында Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.