Йоғошло сир таралыуына сик ҡуйылмаған мәлдә тәү һаҡланыу саралары – санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү һәм вакцинация. Радий Хәбиров тәртип һаҡларға саҡыра. Пандемия сәбәпле генә түгел, ҡәҙимге бурыстарҙы үтәгәндә лә. Оператив кәңәшмә тынлыҡ минутынан башланды. Коронавирус эҙемтәләренән ваҡытһыҙ вафат булған Ришат Дихиндың иҫтәлегенә. Республика башлығы йәш идарасының ғаиләһен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм башланғыстарын бойомға ашырырға өндәне. Асҡын район мәҙәниәт һарайында, мәҫәлән, дөйөм тырышлыҡ менән төҙөкләндереү эштәрен тамамлау зарур. Радий Хәбиров Бөтә Донъя фольклориадаһы асылыуға һарайҙы ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләү әмәлен күрергә ҡушты. Юстиция министры ла йөкләмә алды. Ҡышҡы тынлыҡтан һуң автомобилдәр ҡуйыу урындарын тәртипкә килтереү көнүҙәк. Ташландыҡ машиналарҙан ҡотолоу, газонда парковкалауҙы бөтөрөү талап ителә. Иғлан ителгән “республика шәмбеләренә” лә әҙерлек башларға кәрәк. Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙа үткән йылда башҡарылған капиталь ремонт сифатын тәнҡитҡә тотто. Төбәк операторының сығышынан һуң республика башлығы Стәрлетамаҡта былтыр йәй ойошторолған ремонт эштәре тураһында үҙе туплаған мәғлүмәтте еткерҙе. “Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь төҙөкләндереү төбәк операторы” генераль директоры Павел Сафонов белдереүенсә, әлеге ваҡытта республикала 134 йортта подряд ойошмалары төҙөлөш-монтаж эштәрен башлаған. Капремонт программаһы сиктәрендә, быйыл 907 йортта 961 төрлө эш планлаштырыла. Стәрлетамаҡтағы 11 йортта былтыр ҡыйыҡ алмаштырғанда кәмселектәргә юл ҡуйған “Стройресурс” был юлы ла әүҙем подряд ойошмалары рәтендә. Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, иһә 2021 йылда 112 йортта 306 подъезд ремонт көтә. 72 өйҙөң 199 подъезында әлеге ваҡытта эштәр башланған. Радий Хәбиров башҡарылған эш сифатын йортта йәшәгән халыҡ баһаларға тейеш, тигән фекерҙә. Яуаплы ведомстволарҙың бурысы – ремонт барышы һәм уның һөҙөмтәһен контролдә тотоу. Башҡортостан башлығы хакимиәтенең контроль идаралығы республикала коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын тикшереү һөҙөмтәләрен дә иғлан итте. 53 объекттың 15-дә тәртип боҙоуҙар асыҡланған. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын эш урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе көсәйтеүгә йүнәлтелгән саралар күрергә саҡырҙы. Әле республикала 95 мең кеше вакцинацияның ике этабын да үткән. Төбәктә 134 стационар һәм 5 күсмә вакцинациялау пункты эшләй. Оператив кәңәшмәлә Максим Забелин республикала вакцина яһауҙы йәнә бер нисә күсмә пунктта ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә, тип белдерҙе.
Ковид 19-ҙы иҫкәртеү сараларын оноторға иртә
Тулыраҡ: Ковид 19-ҙы иҫкәртеү сараларын оноторға иртә