Ошо аҙнала ғына Стәрлетамаҡтың СитиМолл, Өфөнөң Мега, Планета һәм Башҡортостан лайф-стайл сауҙа үҙәктәрендә мобиль вакцинация пунктары асылды. Иммунизация пунктары аҙна дауамында эшләй һәм 18 йәше тулған бөтә граждандарҙы ла ҡабул итергә әҙер. Прививкаға алдан яҙылыу кәрәкмәй. Мега Сауҙа үҙәгенең бер мөйөшөндә йәнле сират. Кейем-һалым артынан түгел, кеше коронавирустан прививка эшләтергә килгән. Фәһим менән Фәймә Шакировтар ҙа был мәсьәләгә яуаплы ҡараған. Һаҡланыу ҡәғиҙәләрен теүәл үтәйбеҙ, әлегә ауырыманыҡ, ти ир менән ҡатын. Вакцинация үтергә тип улар Баймаҡ ҡалаһынан килеп еткән.Мега Сауҙа үҙәгендә урын алған мобиль пунктта иммунизацияны Дим биҫтәһенең ҡала клиник дауаханаһы табиптары үткәрә. Мобиль пункт ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. 4 көн дауамында 200-ҙән ашыу кеше прививка яһатҡан. Улар араһында оло йәштәгеләр ҙә, йәштәр ҙә күп, ти табиптар. Мобиль пункт икенсе ҡатта урынлашҡан, ингәс тә үк температура үлсәнә, бөтә документтар тикшерелә, анкета тултырырға кәрәк буласаҡ. Привика эшләткән кешеләргә ошо бүлмәлә 20-30 минут ултырып тороу һорала. Бер генә талап. Кешенең үҙе менән паспорт, медицина полисы һәм снилс булырға тейеш. Был документтар прививканы берҙәм федераль регистрға теркәү, артабан вакцинация паспортын әҙерләү өсөн кәрәк. Тағы ла бер мүғлүмәт, вакцинаның беренсе һәм икенсе компоненттары бер үк урында эшләнергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 130 меңдән ашыу кеше эшләткән. Дөйөм иммунизация үткәндәр һаны 100 меңгә яҡынлаша. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ике миллиондан ашыу кешегә эшләнергә тейеш.
Сауҙа үҙәктәрендә мобиль вакцинация пунктары асылды
Тулыраҡ: Сауҙа үҙәктәрендә мобиль вакцинация пунктары асылды